Быйыл легендар бейеүсе, балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 105 йыл тула

Талант эйәһенең исемен ғорур йөрөткән халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары һәм ветерандары һәр йылдағыса уның тыуған көнө алдынан баш ҡаланың Мосолмандар зыяратында осрашты. Ҡәберенә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалыу, биләмәне тәртипкә килтереүҙә ҡатнашты. Ижади коллектив етәкселеге, оло быуын артистары хәтирәләр даръяһына сумып, йәштәргә мәшһүр бейеүсенең сәнғәт үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө хаҡында ла һөйләне. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина Фәйзи Ғәскәровтың, тәү сиратта, оҫта хореограф булыуын билдәләне.

Тулыраҡ мәғлүмәт БСТ каналы сайтында: http://tv-rb.ru/bash/novosti/y-m-i-t/byyyl-legendar-beye-se-baletmeyster-f-yzi-sk-rovty-tyuyuyna-105-yyl-tula/