“Башҡорт бейеүенең йөрәге беҙҙә”. "Йәшлек" гәзите



– Ансамблдең юбилей йылын быйыл 24 февралдә концерт менән Мәскәү ҡа­лаһында асып ебәрҙек. Мәҙәниәт йылы ошондай мәртәбәле дата ме­нән бергә тура килеп, ваҡиғаларға бай ижад миҙгеле үткәрҙек. Уны Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына тәҡдим иткән концерттар менән тамамлап ҡуясаҡбыҙ. Ә инде ошо юбилей концерттары үткәс, коллектив, Яңы йыл байрамдарына арнап, балалар өсөн 10 тамаша ҡуясаҡ. Беҙҙә әлеге ваҡытта 60 бейеүсе, дүрт репетитор, оркестрҙа 15 музыкант (уға Риф Моратшин нигеҙ һалған һәм бына инде 40 йылдан ашыу уны етәкләй) эшләй. Тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға: ансамблебеҙҙе Рудольф Нуриев исемендәге Өфө дәүләт хореография колледжын тамамлаған йәш таланттар менән тулыландырҙыҡ һәм йәшәрттек. Ор­кестрға яңы музыканттар ҙа эшкә килде. Яңы костюмдар тектерҙек. Республиканың иң оҫта бейеүселәре беҙҙә эшләй, тип әйтә алам. 

– Тамашасыларҙы ниндәй яңы бейеүҙәр һәм ҙур тамашалар менән ҡыуандырҙығыҙ? Киләһе йылға ниндәй ниәттәрегеҙ бар?

– 9 октябрҙә “Башҡорт йөрәге” тип аталған ҙур фестиваль үткәреп, ансамбль коллективы Башҡор­тос­тан Президентының маҡсатлы грантына лайыҡ булды. Унда республикабыҙҙан һәм башҡа төбәктәрҙән төрлө профессиональ коллектив­тар­ҙы саҡырҙыҡ һәм уларҙың ба­рыһы ла башҡорт бейеүҙәрен башҡарҙы. Ошо ваҡиға айҡанлы өр-яңы “Тархандар” бейеүен сәхнәләштерҙек (ҡуйыусыһы – Риф Ғә­битов). Марат Кәримов 23 февралгә – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡа­рата “Хәрбиҙәр” бейеүен сығар­ҙы. 2015 йылда үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитына әҙерлек рәүешендә Төркиәнән килгән балетмейстер Арман Нур­мөхәмәт төрлө халыҡ бейеүҙәрен ҡуйҙы. Уның менән киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Һәм һуңғы премьера – Рәйес Низамет­динов ҡуйыуында “Ете ырыу” бейеүе. 

Балетмейстерҙарға килгәндә, төрлө кешеләр менән эшләргә яратам. Уңышлы бейеү­ҙәр менән бер рәттән, репертуарға алынмағандары ла була. Һамар ҡалаһынан Алексей Шишкин өс тапҡыр килеп, рус халыҡ бейеүҙәре ҡуйҙы. Уны киләһе йылға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата тағы ла бер хәрби бейеү өйрәтергә саҡыр­ҙыҡ. Ситтән төрлө халыҡ бейеүҙәре оҫталарын саҡырырға ниәтләйбеҙ, сөнки беҙҙең ансамбл­дең репертуарында төрлө милли бейеүҙәр булырға тейеш. Яңыраҡ ҡына Риф Ғәбитовты ансамблдең художество етәксеһе итеп тәғәйенләнем. Ул ошо бейеүҙәр, бейеүселәр менән эшләйәсәк. Һәм, әлбиттә, үҙе лә яңы бейеүҙәр ҡуясаҡ. Башҡорт бейеүҙәрен күберәк сығарырға тырышабыҙ. Был изге бурысыбыҙ ҙа: республиканың күрһәткесе булараҡ, башҡорт бейеүенең йөрәге беҙҙә булырға тейеш.

– Гастролдәр менән ҡайһы тарафтар халҡын ҡыуандырҙығыҙ һәм ниндәй райондарға сығырға иҫәп тотаһығыҙ?

– Быйыл Калининград ҡалаһында үткән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаштыҡ. Унда тик башҡорт бейеүҙәренән генә торған ҙур программа күрһәттек. Яңы ғына Татарстан райондары буйлап гастролдә йөрөп ҡайттыҡ. Уға тиклем үҙебеҙҙең төньяҡ зонала – Ҡариҙел, Тәтешле, Борай, Асҡын, Балтас яҡтарында булғайныҡ. Башҡортостандың һәр тө­бәген үҙебеҙҙең концерттар менән ҡыуандырып торорға тырышабыҙ. Ошо маҡсатта гастролдәр турының маршрутын йыл һайын үҙгәртәбеҙ. 2015 йылда инде көньяҡ-көнсығыш төбәктәргә юлланыр­ға ниәтләйбеҙ.

– Бөгөн йәше үткән бейеүселәр­ҙең яҙмышы нисек?

– Бик урынлы һорау. Сөнки бе­йеүсенең сәхнә ғүмере – 20 йыл. 40 йәше тулыр-тулмаҫтан хаҡлы ялға сығып, өйҙә ултырырға бер кем дә риза булмаясаҡ. Уларға икенсе эшкә күсергә кәрәк, ләкин эш табыуы еңел түгел. Шуға күрә бейеүселәребеҙҙең күбеһе әлеге ваҡытта ситтән тороп икенсе йүнәлеш буйынса уҡып йөрөй, белем ала. Араларында, әлбиттә, юғалып ҡалғандары ла бар. Шуға күрә йәштәрҙе бөгөндән үк үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡарарға өгөтләйем. Бер йүнәлештә эшләп, ҡапыл ғына икенсе йүнәлешкә күсеү бик ауыр. Аллаға шөкөр, бөгөнгө йәштәр тормошто дөрөҫ ҡабул итә, аңлы рәүештә йәшәргә тырыша.
– Белеүемсә, һеҙҙә балалар студияһы ла бик уңышлы эшләп килә. Уның менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Беҙҙең балалар студияһы ете йыл эшләй һәм унда 200 бала йөрөй. Биш төркөм менән 12 педагог шөғөлләнә. Әйткәндәй, был эшкә хаҡлы ялға сыҡҡан бейеүселәребеҙҙе йәлеп иттек. Студияны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова етәкләй. Улар, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Өфөлә үткән концерттарыбыҙға даими рәүештә саҡырып, бергәләшеп сығыш яһайбыҙ. Уларға ҡарап, лайыҡлы алмаш үҫә, тип ҡыуанабыҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.